Яңыраҡ ҡына билдәле башҡорт сатиригы һәм юморисы, “Алеко” халыҡ-ара әҙәбиәт, Сергей Михалков һәм Николай Гоголь исемендәге премиялар лауреаты Марсель Сәлимовтың «Күгәрсен һөтө» («The bird's milk») тигән китабы инглиз телендә баҫылып сыҡты. Китап Мәскәү ҡалаһында «Набоков премияһы китапханаһы» («Nabokov Prize Library») серияһында нәшир ителгән. Быйылғы йылда Марсель Сәлимовтың дүртенсе китабы донъя күрҙе инде. Күптән түгел «Президент бесәйе» сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр йыйынтығы сатира һәм юмор һөйөүселәр ҡарамағына тапшырылғайны. Марсель Сәлимовтың «Заманына күрә көлкөһө» исемле Брайль шрифты менән йыйылған йыйынтығы һәм аудиокитабы менән республика халҡы танышып та өлгөрҙө. Марсель Сәлимов — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы , журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, СССР Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Һуңғы йылдарҙағы ижади ҡаҙаныштары өсөн Марсель Сәлимов “Рәсәй халыҡтарының XIV Артиадаһы лауреаты” тигән маҡтаулы исем эйәһе лә. Был премия сит илдәрҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә бирелә торған иң юғары билдә. Яҙыусы-сатирик, шағир һәм журналисҡа был мәртәбәле исем Рәсәй Милли артий хәрәкәте Оло баһаламаһының (жюри) даими коллегияһы тәҡдиме менән бирелә. Марсель Сәлимов был наградыны юҡҡа ғына алмаған – күп телдәргә тәржемә ителгән ҡырҡҡа яҡын китап авторының ижад емештәре Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Чебоксар ҡалаларындағы нәшриәттәрҙә урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш һәм болгар телдәрендә нәшер ителде. Шулай уҡ Марсель Сәлимов –Рәсәйҙә тәүге тапҡыр нәшер ителгән ике томлыҡ “Әскелле-сөскөллө” әҫәрҙәрҙең сатирик энциклопедияһының авторы ла. Ике мең дана менән «The bird's milk» китабы нәшер ителгән. Китапты сит ил магазиндарында, шулай уҡ интернет селтәре аша һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ. Гүзәл Багаева