Иркутскиҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтәсәк

Иркутскиҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтәсәк

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан Иркутск өлкәһендә 17-18 февралдә Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтә. 
Беренсе көндә Черемхово ҡалаһында ғилми-ғәмәли конференция, Мостай Кәримдең ижадына арналған ултырыш, ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнау, бейеү, көрәш буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. 
Мәҙәниәт көндәре 18 февралдә Иркутскиҙың үҙендә матур осрашыу һәм концерт менән тамамлана. 
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан сарала Башҡарма комитет ағзаһы, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев ҡатнаша.  Ойоштороусыһы - «Башҡорт-татар мәҙәни үҙәге» өлкә йәмәғәт ойошмаһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb