Иртәгә Өфөлә "Войлокфест" республика асыҡ художество кейеҙ фестивале асыласаҡ

Иртәгә Өфөлә "Войлокфест" республика асыҡ художество кейеҙ фестивале асыласаҡ

23 июндә Өфөлә "Ижад" күргәҙмә залында "Войлокфест" республика асыҡ художество кейеҙ фестивален һәм конкурс күргәҙмәһен асыу тантанаһы була. Был фестиваль 23 июндән 17 июлгә тиклем уҙа һәм алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһына арнала.

"Войлокфест" ойоштороусыһы - Өфө ҡалаһының 2-се Балалар художество мәктәбе. Конкурс күргәҙмәһен һәм фестивалде үткәреү урыны - М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының "Ижад" күргәҙмә залы. Адресы: Өфө ҡалаһы, Космонавтар урамы, 22.

Конкурс күргәҙмәһендә махсус художестволы йәки педагогик белемгә эйә авторҙар, ижади берекмәләр һәм ассоциациялар ағзалары, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамдары һәм уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары, халыҡ оҫталары һәм йәш авторҙар, шул иҫәптән мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары студенттары ҡатнаша. Ҡатнашыусылар "Профессионал", "Халыҡ оҫтаһы", "Йәш рәссам" төркөмдәренә бүленгән.

Конкурс эштәре традицион, шулай уҡ заманса (ғәҙәти булмаған) кейеҙ техникаларында башҡарылырға тейеш ине. Тема ирекле булды. "Интерьер предметтары" (стенаға декоратив панно, түшәк, яҫтыҡ, келәм кеүек йорт эсен биҙәү әйберҙәре); "Кейем-һалым һәм аксессуарҙар" (баш кейемдәре, шарфтар, палантиндар, бәлтә, аяҡ кейеме, күлдәктәр, сумкалар, биҙәүестәр һәм башҡалар); "Арт-объекттар, ҡурсаҡ һәм уйынсыҡтар” номинациялар буйынса эштәр ҡабул ителде. Күргәҙмә еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 17 июлендә "Ижад" күргәҙмә залында үтәсәк.

Иртәгә Өфөлә "Войлокфест" республика асыҡ художество кейеҙ фестивале асыласаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb