Иртәгә Алмас Шаммастың «Өй түбәмдә күгәрсендәр» китабының исем туйы үтәсәк

Иртәгә Алмас Шаммастың  «Өй түбәмдә күгәрсендәр»  китабының  исем туйы үтәсәк

Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала ( Октябрь революцияһы урамы,10 ) 28 февраль көнө, 11.00 сәғәттә йәш автор Алмас Шаммастың «Өй түбәмдә күгәрсендәр» тип аталған өр-яңы китабының презентацияһы үтәсәк.

А. Шаммастың  йыйынтығында төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары урын алған. Уларҙа йәш ижадсы һәр ваҡыттағыса романтик рухына, тәнҡитле реализм, гражданлыҡ пафослы шиғриәт принциптарына тоғро ҡала.

«Замандаш трагедияһы» исемле үҙенсәлекле поэмаһында шағир яңы осорҙоң киҫкен проблемаларын күрһәтә, яңы герой образын тыуҙырыуға ынтылыш яһай. Сирек быуатлыҡ арауыҡты һүрәтләгән был әҫәрҙә фәлсәфәүи, сәйәси, әхлаҡи мәсьәләләр күтәрелә. Поэма уҡыусыһын дуҫлыҡ, мөхәббәт, ғәҙеллек, ҡурҡаҡлыҡ, батырлыҡ һәм башҡа мәңгелек төшөнсәләр хаҡында уйландыра.

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йәш шағир һәм журналист Алмас Шаммас менән осрашыуға саҡырабыҙ!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb