Иртәгә Башҡорт дәүләт драма театры Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр” спектаклен тәҡдим итәсәк

Иртәгә Башҡорт дәүләт драма театры Мәжит Ғафуриҙың  «Ҡара йөҙҙәр” спектаклен тәҡдим итәсәк

Иртәгә, 16 ғинуар көнө М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Мәжит Ғафуриҙың  «Ҡара йөҙҙәр” спектакле ҡуйыласаҡ. Сәхнә әҫәре-«Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең  «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль»,  «Иң яҡшы режиссер эше» (А.Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Г.Ҡаҙаҡбаева), «Иң яҡшы сценография» (А.Нестеров) номинацияларында ҡатнашыусы,  « Костюмдар  буйынса иң яҡшы рәссам эше » (А.Нестеров) номинацияһында еңеүсе, "Нәүрүз" Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусы.

Инсценировка  авторҙары - А.Абушахманов һәм Ш.Ғилманова. Спектаклдең режиссеры-Айрат Абушахманов, рәссамы Альберт Нестеров, композиторы Илшат Яхин.

...Ауылдағы иң сибәр ҡыҙ Ғәлимәнең ябай ауыл егете Закирға күҙе төшөүе мөмкинме? Һәр бер нимәгә тиҙ генә ябырылырға торған ауыл халҡы йәштәрҙе икәү генә һөйләшеп торғанын күргән. Хәҙрәттән: «Шәриғәт ҡанундары буйынса никахта тормаған ҡыҙ меән егеттең икәүҙән-икәү генә һөйләшеп торорға хоҡуғы бармы ни?» -тип һорай улар. Ниндәй ҡарарға килер һуң дин әһеле? Әгәр ҙә Ғәлимә менән Закирҙы ярлыҡаһа, ауылдаштары алдында үҙенең ихтирамын юғалта, тигән һүҙ. Әхлаҡ яғында тороу – уның бурысы. Тик бер генә юл ҡала – язаларға.

Бөгөнгө көндә, дини һорауҙар артта ҡалып, ябай кеше ҡылыҡтары тураһында уйланыуҙари тәүге планға күскән саҡта «Ҡара йөҙҙәр» спектакле нимә хаҡында бәйән итә һуң? Кеше тигән әҙәмдең барлыҡ әхлаҡһыҙ, мәғәнәһеҙ ҡылыҡтарын шәриғәт ҡанундары менән аҡлаған наҙан халыҡ – бөтә бәләләрҙең башы. Трагедия үҙәгендә – кеше тәбиғәте. Ә был тема, ғүмер кеүек үк мәңгелек, үлемһеҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb