3 ноябрь – Халыҡлар берҙәмлеге көнөндә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә «ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара акция уҙасаҡ. Икенсе тапҡыр Башҡортостан халҡы үҙенең этнографик белемен тикшерә аласаҡ. "Ҙур этнографик диктант" илдең барлыҡ төбәктәрендә лә үтә.
Быйыл "Ҙур этнографик диктант" сараһы халыҡ-ара статус алды, шунлыҡтан үҙҙәренең белемдәрен рәсәйлеләр генә түгел, ә сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа тикшерә аласаҡ.
"Ҙур этнографик диктант"та теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тест һорауҙары теге йәки был миләттең йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы, халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм башҡа темаларҙы үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, диктант өсөн яуаплы ведомство - Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ҙур тест өсөн Башҡортостандан 10 һорау алған.
Сараны ойоштороусылар: Удмурт Республикаһының милли сәйәсәт министрлығы һәм Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм БР Халыҡтар дуҫлығы йорто.
Диктант һөҙөмтәләре 12 декабрҙә - Рәсәй Конституцияһы көнөндә яһала.