Иртәгә Башҡорт дәүләт филармонияһында Балаҡатай районы сығыш яһай

Иртәгә Башҡорт дәүләт филармонияһында Балаҡатай районы сығыш яһай

Республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” тигән республика фестиваль-марафоны дауам итә. Иртәгә, 26 майҙа,  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан тарихи биттәре" муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Балаҡатай районы сығыш яһаясаҡ.

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ, фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, райондың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция эшләйәсәк.

Сара 18.00 сәғәттә башлана, инеү бушлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb