Иртәгә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «Салауат Юлаев» операһы

Иртәгә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «Салауат Юлаев» операһы

Иртәгә, 30 ноябрь көнө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәле «Салауат Юлаев» операһы сәхнә түренә сыға.

Тарихи әҫәр тамашасы хөкөмөнә яңы ҡуйылышта тәҡдим ителә. «Салауат Юлаев» Башҡорт опера театры репертуарында һәр ваҡыт мөһим урын алып тора.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тәүге тапҡыр «Салауат Юлаев» операһы 1955 йылда сәхнәләштерелә. Заманында ул милли сәнғәттең яңылығы була. Башҡорт мәҙәниәтендә барлыҡҡа килгән яңы йүнәлеш, шунда уҡ халыҡ һөйөүен таба. Хатта, ул ваҡытында Бөтә Союзға трансляцияланған булған.
Былтыр декабрь айында «Салауат Юлаев» операһы яңы һүрәтләнештә сәхнәгә ҡабат сыҡты. Төп партияла Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Илһам Вәлиев сығыш яһай.
Башҡорт операһы тарихы тап уҙған быуаттың 50-се йылдарына барып тоташа. Мәскәү консерваторияһының сығарылыш уҡыусыһы Заһир Исмәғилевтың Баязит Бикбай либреттоһына яҙған диплом эше, сәхнәлә үҙ урынын ала. 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә Союз әһәмиәтендәге ҙур мәҙәни сарала - Башҡорт сәнғәте һәм әҙәбиәте декадаһында ла тәҡдим ителәЛегендар әҫәр сәхнәгә бөгөн бишенсе тапҡыр сығарылды. Тәүгеһе 1955 йылда булһа, унан һуң 1977, 1988 һәм 1994 йылдарҙа сәхнәләштерелә. Классика сәнғәт әҫәренә ҡарата мөнәбәсәт ваҡыт үҙгәрештәренә бәйле. «Салауат Юлаев» операһы –милли символ, легенда, йылъяҙма һәм күп яҡлы рухи-мәҙәни өлгө.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb