Иртәгә Башҡортостанда "Ҙур этнографик диктант" акцияһы үтә

Иртәгә Башҡортостанда "Ҙур этнографик диктант" акцияһы үтә

3 ноябрь – Халыҡлар берҙәмлеге көнөндә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә «ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара  акция уҙасаҡ.  Икенсе тапҡыр Башҡортостан халҡы үҙенең этнографик белемен тикшерә аласаҡ. "Ҙур этнографик диктант" илдең барлыҡ төбәктәрендә лә үтә.

Быйыл  "Ҙур этнографик диктант" сараһы халыҡ-ара статус  алды, шунлыҡтан үҙҙәренең белемдәрен рәсәйлеләр генә түгел, ә сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа тикшерә аласаҡ.

"Ҙур этнографик диктант"та теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тест һорауҙары теге йәки был миләттең йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы, халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм башҡа темаларҙы үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, диктант өсөн яуаплы ведомство - Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ҙур тест өсөн Башҡортостандан 10 һорау алған.

Сараны ойоштороусылар: Удмурт Республикаһының милли сәйәсәт министрлығы һәм Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм БР Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Диктант һөҙөмтәләре 12 декабрҙә - Рәсәй Конституцияһы көнөндә яһала.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb