Башҡортостандың 100-ҙән ашыу дәүләт, муниципаль, ведомство һәм шәхси музейҙары үҙ ишектәрен асасаҡ. Ғәҙәти акция Рәсәй киноһы йылына арнала.
Өфөлә “Музейҙар төнө”нә килеүселәр үҙенсәлекле квест-уйында ҡатнаша ала. Уларға төрлө өҙөктәрҙән билдәле кинофильмды йыйырға тәҡдим ителәсәк, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығынан. Квесты Башҡортостан Милли музейы, Нестеров исемендәге художество, Республика Хәрби Дан музейы һәм Мәжит Ғафури йорт-музейы ойоштора. Уйын шарттары буйынса ҡатнашыусыларға төрлө мәсьәләләрҙе сисергә кәрәк, улар бының өсөн кәмендә өс музейҙы урап үтергә тейеш. Кинофильмды дөрөҫ атағандарға музейға саҡырыу бүләк ителә. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда “Музейҙар төнө” 21 майҙа үтә. Быйыл республикала был акцияла 100-ләгән дәүләт, муниципаль һәм шәхси музейҙар, галереялар ҡатнаша.
Йыл һайын Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан «Музейҙар төнө» акцияһы ойошторола. Республика музейҙары алтынсы йыл рәттән халыҡ-ара акцияла ҡатнаша.