Иртәгә “Россия-Культура” телеканалында Башҡортостанға бағышланған беренсе сығарылыш эфирға сыға

Иртәгә “Россия-Культура” телеканалында Башҡортостанға бағышланған беренсе сығарылыш эфирға сыға

Иртәгә, 24 ғинуарҙа “Россия-Культура” телеканалында Башҡортостанға бағышланған “Минең һөйөүем – Рәсәй!” проектының беренсе сығарылышы ҡурай тураһында буласаҡ. Телеканалдың был проектында күп милләтле Рәсәйҙең, уның төбәктәренең тормошо күрһәтелә. Алып барыусы – Мәскәүҙә йәшәгән француз нәшерсеһе, сәйәхәтсе Пьер Кристиан Броше. Әлеге тапшырыуҙы төшөрөү өсөн ул Өфөгә былтыр декабрь башында килгән булған. Тапшырыуҙа Башҡортостан ҡурайсылары берләшмәһе рәйесе Артур Ғайсаров, республиканың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Илмир Ҡоҙабаев һәм “Йатаған” этно-төркөмө ҡатнашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb