«Ирәндек моңдары - 2020» төбәк-ара бәйгеһе тамамланды

«Ирәндек моңдары - 2020» төбәк-ара бәйгеһе тамамланды

Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары - 2020» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһе тамамланды.

Быйылғы конкурса 183 кеше ҡатнашты. Шуларҙың 56-һы - 16 йәшкә тиклемге балалар, 93 үҙешмәкәр башҡарыусы һәм 36 профессионал йырсылар. Гала-концертҡа 23 профессионал, 53 үҙешмәкәр йырсы һәм 11 бала үтте.

Гран-при һәм еңел автомобиль Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаева тапшырылды. Ул «Оҙон көй» төбәк-ара бәйгеһе лауреаты, республика һәм халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе. Яңы автомобилдең асҡысын уға БР башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Байрам концертында Сибай ҡалаһынан ижади коллективтар, «Ирәндек моңдары»  бәйгеһенең үткән йылдарҙағы лауреаттары һәм еңеүселәре ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb