«Ирәндек моңдары» конкурсы еңеүселәре-Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары

«Ирәндек моңдары» конкурсы еңеүселәре-Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары

Күптән түгел Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары» тѳбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙғарылды. Быйыл ул 14-се тапҡыр үтте һәм өс көнлөк музыкаль форум сағыу Гала-концерт менән тамамланды.  

Быйылғы  бәйгелә Башҡортостандың 16 район һәм ҡалалаһынан, Силәбе өлкәһе, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан барлығы- 90 йырсы ҡатнашҡан.

Гран-приға Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 27 йәшлек Әбйәлил егете Дамир Тайыпов лайыҡ булды. Беренсе турҙа ул «Уйыл» һәм «Ҡара ат»ты башҡарһа, икенсеһендә – «Абдрахман»  һәм «Ҡаһым түрә»не йырлап халыҡты һәм баһалама ағзаларын хайран ҡалдырҙы. 

  Дамир Таипов быйыл Өфө сәнғәт институтының вокал бүлеген тамамлай. Уның башҡарыу оҫталығын күптән түгел Санкт-Петербург ҡалаһында үткән илебеҙҙең музыкаль юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы йырсылар араһында Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында ла юғары баһалағайнылар.

Ул утыҙ биш йәшкә тиклемге профессиональ башҡарыусылар араһында беренсе урынға Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Рәфис Сирусин лайыҡ булды. 

«Ирәндек моңдары» конкурсы еңеүселәре-Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb