«Ирәндек моңдары» төбәк-ара йыр бәйгеһе 21-22 августа үтә

«Ирәндек моңдары» төбәк-ара йыр бәйгеһе 21-22 августа үтә

Кисә, 14 июлдә БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев «Ирәндек моңдары» төбәк-ара йыр бәйгеһен ойоштороу һәм үткәреү буйынса башҡарма комитеты менән онлайн-ултырыш үткәрҙе. Унда Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, Республика халыҡ ижады үҙәге директорының урынбаҫары Нәфисә Түлебаева, Сибай ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге мөдире Илшат Солтангәрәев ҡатнашты. Быйыл «Ирәндек моңдары» конкурсының үткәреү ваҡыты билдәләнде. Ул 21-22 августа Сибай ҡалаһында үтәсәк.

Конкурста 7-16 йәшлек балалар, 17-65 йәштәге  үҙешмәкәр башҡарыусылар, 17-45 йәштәге профессиональ йырсылар ҡатнаша ала.

Балалар араһындағы конкурс 10 августа бер турҙа онлайн-форматта үтәсәк.

Үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында конкурс ике турҙа була:

1 тур – 10-11 августа онлайн-форматта,

2 тур – 21 августа беренсе турҙы үткән ҡатнашыусылар араһында асыҡ форматта.

Конкурстың гала-концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 22 августа Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында үтәсәк.

Ҡатнашыу өсөн заявкалар 5 авгусҡа тиклем сайтта ҡабул ителә.

Һорауҙар буйынса түбәндәге телефондарға шылтыратырға:

Республика халыҡ ижады үҙәге, тел.: 8 347 289 65 50,

Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, тел.: 8 (34775) 2-30-90, 2-28-97.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb