Бәйгелә Башҡортостандан тыш, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре вәкилдәре лә ҡатнашты.
Сәхнәлә уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарына тиклем ижад ителеп, киң билдәлелек яулаған эстрада йырҙары яңғыраны. Жюри ағзалары сығыш яһаусыларҙың вокал оҫталығынан тыш, артислыҡ һәләтенә, музыка ҡоралдарында уйнауына ла иғтибар итте. Шулай уҡ ретро стилдәге костюмда булыусыларға өҫтәмә балдар ҡуйылды. Төрлө милләт халыҡтарын берләштергән сара тәүгә генә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, йәйгә мәҙәни ваҡиғалар исемлегендә лайыҡлы урын алды.
Һайлап алыу этаптарынан һуң ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында Гала-концерт ойошторолдо. Урындағы халыҡ ретро йырҙар тыңлап кинәнде. Бәйгелә еңеүселәргә иһә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр – көнкүреш техникаһы тапшырылды.