25 ғинуарҙа «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған Үрге Этҡол ауылы китапханаһында «Өләсәйҙәребеҙ йырҙары» фольклор кисәһе уҙҙы.
«Башҡорт халыҡ йырҙары һаҡланырға, быуындан быуынға тапшырылырға тейеш. Бындай саралар халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә», - тип билдәләне китапханасы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.
Сара ҡунаҡтары - урындағы «Әхирәттәр» клубы ағзалары импровизацияланған башҡорт йортонда йыйылды. Улар «Тәфтиләү», «Уйыл» һәм «Сәлимә» башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы, таҡмаҡтар ҙа яңғыраны.
Сараның тура трансляцияһы яҙмаһын ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин