Ишембай районы, Көҙән ауылында урынлашҡан Әхмәтзәки Вәлиди музейы экскурсияларға саҡыра. Бында сәйәхәт балаларға файҙалы, күңелле, әһәмиәтле ял булыр.
Адресы: Ишимбай р-ны, Көҙән ауылы, төркөмдәр менән килергә теләүселәр 8 (34794) 7-32-45 телефонына шылтырата ала.
Етәксеһе: Шәйәхмәтов Кәрим Фәтҡулла улы.
Мәғлүмәт өсөн: Әхмәтзәки Вәлиди музейы— Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы, Әхмәтзәки Вәлиди тыуған Ишембай районының Көҙән ауылында булдырылған. Музей ауылдың үҙәк өлөшөндә — Зәки Вәлиди исемендәге майҙанда — урынлашҡан.
Музей 1994 йылдың 4 ноябрендә асылған. Нигеҙ һалынған — 1992 йылдың 2 ноябрендә. Нигеҙ һалыусы: Кәрим Фәтҡулла улы Шәйәхмәтов (1934 йылда тыуған), хәҙерге көндә музей директоры.
Музейҙа 1600-ҙән артыҡ Әхмәтзәки Вәлидиның, тормошон һәм эшмәкәрлеген, уның ғаиләһен сағылдырыусы экспонат тупланған. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған музейҙы беренсе тарихи документтар һәм фотографиялар менән тәьмин итте. 2002 йылда Кәрим Шәйәхмәтов Төркиәлә Әхмәтзәки Вәлидиҙең балалары — Иҫәнбикә һәм Субәҙәй, уның арҡаҙашының улы Йәшәр менән осрашты. Был сәфәрҙән һуң музей ҡиммәтле экспонаттар, шул иҫәптән автономиялы Башҡортостан республикаһының картаһы менән тулыланды. Был картала бөтә яҙыуҙар ҙа Әхмәтзәки Вәлиди ҡулы менән башҡорт телендә ғәрәп шрифтында яҙылған.