25-27 майҙа Йылайыр районында Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге башҡорт халыҡ ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы ойошторола. Бәйге билдәле ҡурайсы, йырсы һәм композиторҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арнала.
Конкурста ҡатнашыуға профессиональ һәм үҙешмәкәр ҡурайсылар, думбыра, ҡыл-ҡумыҙсылар һәм ансамблдәр саҡырыла. Сара барышында бынан алдағы конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр, алдынғы ижади коллективтар сығышынан торған концерттар була.
Бөтә номинациялар буйынса конкурс өс категорияла үткәрелә: 12 йәшкә тиклемгеләр; 12-16 йәшлектәр һәм 16 йәштән өлкәндәр.
Проект башҡорт халыҡ ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәтен һәм йолаларын таратырыуға, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалауға йүнәлтелгән.
Ишмулла Дилмөхәмәтов (1928-1984) виртуоз ҡурайсы, талантлы йырсы-импровизатор, башҡорт фольклорын өйрәнеүсе булараҡ танылған, донъяның күп илдәрендә – Францияла, Италияла, Швецияла, Швейцарияла, Германияла, Польшала, Венгрияла, Афғанстанда, Пакистанда, Бирмала, Японияла тамашасыларҙы башҡорт сәнғәте менән таныштырҙы. «БАССР-ҙың халыҡ артисы» (1973 йылда, «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» (1975 йылда) тигән маҡтаулы исемдәргә), С.Юлаев исемендәге республика премияһына (1974 йылда) лайыҡ була.
Конкурс тураһында положение Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында баҫылған https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov/8022-polozhenie-o-respublikanskom-konkurse-ispolnitelej-na-bashkirskikh-narodnykh-instrumentakh-im-ishmully-dilmukhametova.
Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Йылайыр районы хакимиәте.