Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурсының Гран-приһын Динар Абдуллин яуланы

Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурсының Гран-приһын Динар Абдуллин яуланы

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артисы Динар Абдуллин Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге башҡорт халыҡ ҡоралдарында башҡарыусылар республика конкурсында Гран-при яуланы.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, сара Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланды. Бәйге  күренекле ҡурайсының тыуған төйәгендә, Башҡортостандың Йылайыр районында уҙғарылды.

Конкурста ҡурайҙа, думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусылар, ҡурайсылар ансамблдәре, ғаилә ансамблдәре ҡатнашты. Һәр номинацияла еңеүселәр асыҡланды.

Өфөнән «Айсулпан» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, Йылайыр районы Ҡурайсылар ансамбле, Сибайҙан Ғайсиндарҙың ғаилә ансамбле, Учалы ҡалаһынан «Толпар» ҡурайсылар ансамбле, Өфөнән ҡурайсы Илһам Әхмәдйәнов, Күгәрсен районынан Ирек Исхаҡов, Ғафури районынан Рәмил Ҡотосов, Ейәнсура районынан Рафиҡ Исҡужин төрлө номинацияларҙа беренсе урын алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb