Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
ИСКӘНДӘР ҒӘЗИЗОВТЫҢ КОНЦЕРТЫНА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 11 апрель 2016
ИСКӘНДӘР ҒӘЗИЗОВТЫҢ КОНЦЕРТЫНА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
Искәндәр Ғәзизов — башҡорт эстрадаһында сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Йырсы булыу уның булмышына яҙылғандыр. Бала саҡтан башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың мәртәбәле бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай ул. Белорет районында Заһир Исмәғилев исемендәге, йә иһә “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурстары булһынмы — барыһында ла ал бирмәй буласаҡ йырсы.
Ҙур сәхнәгә ул үҫмер сағында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың концертында беренсе тапҡыр сыға. Халыҡ йырҙарының береһен башҡарып, тамашасыларҙы моңло тауышына ғашиҡ итә. Артабан Искәндәр Ғәзизов “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо” фестивалдәрендә призлы урындарға лайыҡ була. “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында “Йыл асышы” номинацияһында билдәләнә.
Буласаҡ йырсы баш ҡалабыҙҙағы сәнғәт училищеһында, уны тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Йыр-моң серҙәренә уны Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Вахит Хызыров һәм оҫта педагог Фәрзәнә Сәғитова төшөндөрә. Искәндәр студент йылдарында “Өфө егеттәре” төркөмө составында сығыш яһай. Уның башҡарыуында “Атай, әсәй”, “Һинең менән шундай рәхәт миңә”, “Йәй ғүмере”, “Сер бирмә” һәм башҡа йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде.
Былтыр көҙ ул үҙенең тәүге концерты менән Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын шаулатҡайны. Әле тамашасыны йәнә йырлы-моңло күстәнәсе менән һөйөндөрмәксе.
10 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Искәндәр Ғәзизовтың “Офоҡтарға илтә йырҙарым” исемле сағыу тамашаһы буласаҡ. Унда Вахит Хызыров, Рөстәм Шаһыбалов, Алмас менән Айҙар Юнысовтар, Лилиана Ирназарова, Рөстәм Шәрипов, Айгөл Муллагилдина, Наил Мөхәмәтйәнов, БР-ҙың уйын ҡоралдары милли оркестры, “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” эстрада театры ҡатнаша.
Автор: Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө