Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«Ислам донъяһы сәнғәте-2016» фестивале сиктәрендә Өфөлә бер нисә мәҙәни сара ойошторола
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 04 февраль 2016
«Ислам донъяһы сәнғәте-2016» фестивале сиктәрендә Өфөлә бер нисә мәҙәни сара ойошторола
3 февралдән 28-нә тиклем Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Ислам донъяһы сәнғәте-2016» халыҡ-ара художество фестивале уҙғарыла. Форумдың нигеҙе — дин, фән, сәнғәт. Фестиваль барышында М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һынлы сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәләре, «Ислам сәнғәте һәм йәмғиәттең рухи-әхлаҡи ҡеүәте» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция, «Мираҫ» галереяһында Айҙар Гәрәев һәм Йәмил Әхмәтғәлиевтың шәхси каллиграфия күргәҙмәләре, халыҡ-ара каллиграфия һәм шамаил конкурсы, «Сакраль сәнғәт» темаһына семинар ойошторола. 3 февралдә киске сәғәт 5-тә Башҡорт дәүләт художество музейында ике Иран рәссамының эштәре ҡатнашлығында ҙур күргәҙмә асыла. Экспозицияла — халыҡ традицияларына, каллиграфияға, көнкүрешкә арналған һынлы сәнғәт, графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре, мосолман ғалимдары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең портреттары, пейзаждар. Сарала байтаҡ проблемаларҙы, шул иҫәптән исламдың һәм ислам сәнғәтенең социаль-сәйәси һәм мәҙәни үҫешен тикшереү күҙаллана. Конференция эшендә тарихсылар, этнологтар, лингвистар, әҙәбиәтселәр, философтар, дин белгестәре, политологтар, социологтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Фестивалгә Рәсәй төбәктәренән абруйлы ҡунаҡтар — Мәскәүҙән, Дағстан, Коми республикаларынан, Һарытау өлкәһенән, Чечен Республикаһынан, Ырымбур өлкәһенән, Пермь крайынан мосолман руханиҙары вәкилдәре йыйыласаҡ. «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы, Мөхәммәт хәҙрәт Ғәлләмов хәбәр итеүенсә, Ҡырымдан Юғары мөфтөйҙөң килеүе көтөлә, 5 февралдә ул ҡырым татарҙары телендә йома намаҙын уҡыясаҡ. Бөтә ҡунаҡтар өсөн Өфө мәсеттәре һәм иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойоштороласаҡ. «Ислам донъяһы сәнғәте» фестивален йыл һайын уҙғарырға нитләйҙәр. Сараның программаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — Нестеров исемендәге музейҙың һәм «Ихлас» мәсетенең сайтында.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө