Бөгөн Өфөлә “Ислам донъяһы сәнғәте” тип аталған халыҡ-ара нәфис фестиваль башлана.Сарала Рәсәй төбәктәре, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе һәм сит илдәр вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Ойоштороусылар фекеренсә, форумды уҙғарыу доньяла барған хәлдәргә бәйле көнүҙәк, ваҡытлы һәм бик тә мөһим. Фестиваль Рәсәй етәкселегенең халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа, бөтә доньяла тыныслыҡҡа һәм барлыҡ донья йәмәғәтселегенең киләсәге өсөн террорға ҡаршы көрәшкә саҡырыуына бер өлөш булып торасаҡ.