«Ижад» галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктор Кириченконың шәхси күргәҙмәһе асылды

«Ижад» галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктор Кириченконың шәхси күргәҙмәһе асылды

Оша көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктор Кириченко үҙенең 80 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Күркәм дата уңайынан рәссам «Ижад» галереяһында рәссамдың шәхси күргәҙмәһе  аылды.

Тәбиғәт матурлығын һүрәтләүсе картиналары, портрет һәм натюрморт жанрындағы башҡа ижади эштәре менән танышырға талант эйәһенең  дуҫтары, сәнғәт оҫталары, тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы килде.

Виктор Кириченко 50-cе йылдарҙа Ленинград художество училищеһын тамамлап, Өфөгә эшкә ҡайта. Артабан ул ҡатыны Наталья Яблочкина менән баш ҡалалағы 2-се  сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һала, педагог булараҡ балаларҙы ижад донъяһы менән таныштыра башлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb