«Ижад» күргәҙмә залында «Йәйге каникулдар» күргәҙмәһе экспоненттары менән ижади осрашыу үтте

«Ижад» күргәҙмә залында «Йәйге каникулдар» күргәҙмәһе экспоненттары менән ижади осрашыу үтте

30 июндә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейында Рәсәй рәссамдар союзы ағзалары, педагогтар, республика, төбәк, халыҡ-ара күргәҙмә-конкурстар дипломанттары һәм лауреаттары Илдар һәм Ләйсән Ғилмановтар, «Ҡусҡар» ижад берекмәһе ағзаһы, «Ҡошмау» ижад берекмәһе етәксеһе, республика һәм бөтә Рәсәй ҡорама фестивалдәре дипломанты Гүзәл Мостафина менән ижади осрашыу булып үтте.

«Йәйге каникулдар» күргәҙмәһе музейҙың «Ижад» залында бара һәм һынлы сәнғәт, графика, арт-объектар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте жанрҙарын күрһәтә. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар йәмле күргәҙмәне һәм йылы атмосферала үткән кисәне оҡшатып, бындай күргәҙмәләрҙе йыл да үткәрергә тигән теләктә хушлашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb