М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 26-сы ижад миҙгелен "Аҡса булһа бер муҡса..." (М. Багаев, реж. А. Йыһаншин) музыкаль комедияһы менән тамамлап өлгөрҙө инде. Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, театрҙың башҡорт труппаһы өсөн идажи миҙгел бик ҡыҙыҡлы үткән, улар төрлө фестивалдәрҙә, семинарҙарҙа ҡатнашҡан, гастролдәргә сыҡҡан. Труппа яңы ижади көс - Салауат башҡорт драма театры актерҙары Гөлнара Сабитова һәм Вадим Ҡылысов менән тулыланған. "Аҡса булһа бер муҡса..." спектакле миҙгелдең иң сағыу спектаклдәренең береһе, уны өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә яратып ҡарай. Әлеге мәлдә театр был спектакль менән Белорет, Бөрйән, Әбйәлил райондарында гастролдәрҙә йөрөй. Яңы миҙгелдә режиссер Азат Йыһаншин А. Камюҙың "Калигула" трагедияһын, режиссер Рөстәм Хәкимов А. Цагарелиҙың "Ханума" музыкаль комедияһын тәҡдим итмәксе.