«Иҙел» башҡорт-татар фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

«Иҙел» башҡорт-татар фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Өфөлә «Иҙел» башкорт-татар фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.

Сараның маҡсаты – профессиональ халыҡ һәм академик вокал сәнғәтен, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан араһындағы мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Фестивалдә Рәсәй төбәктәре һәм башҡа илдәрҙән башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаусы урта һәм юғары уҡыу йорттарының ижади бүлектәре студенттары һәм әлеге бүлектәрҙе тамамлаған йәштәр, шулай ук вокаль һәм вокаль-инструменталь ансамблдәр саҡырыла.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың  йәше – 16-35 йәш (балалар номинацияларында ҡатнашыусыларҙыҡы– 7-15 йәш).

Фестиваль «Башҡорт халык йыры» (оҙон көй) йәки «Татар халык йыры» (оҙон көй); башҡорт, татар профессиональ композиторының, эстрада йыры, башҡорт йә татар профессиональ композиторының академик йыры номинациялары буйынса уҙғарыла.

Ғаризалар 6 ноябргә тиклем  Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ҡабул ителә. 

 Тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн һылтанма: http://www.idel-festival.ru/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb