"Иҙел" фестивале лауреаттары ҡатнашлығында яҙғы концерт үҙҙы

"Иҙел" фестивале лауреаттары ҡатнашлығында яҙғы концерт үҙҙы

«Иҙел» фестивале лауреаттары Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһаны.

15 апрелдә Ҡаҙанда йыл һайын үткәрелеп килгән «Иҙел» фестивале лауреаттары ҡатнашлығында яҙғы концерт үҙҙы. Был тамаша өсөнсө тапҡыр ойошторола.

   Йола буйынса унда Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары, шулай уҡ Өфө ҡалаһы сәнғәт уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Улар араһында филармония йырсылары Флүрә Килдейәрова һәм Айгөл Һағынбаева, һәм өмөтлө йәштәр, «Иҙел» фестивале лауреаттары Рәфис Сирусин, Дамир һәм Нәргизә Тайыповтар ҙа бар.

Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара «Иҙел» фестиваль-конкурсы 2011 йылдан алып үткәрелә. Бәйгенең төп маҡсаты туғандаш ике халыҡтың йыр сәнғәте үҫешенә булышлыҡ итеү, тәжрибә уртаҡлашыу, йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү. Сара Өфөлә ойошторола. 

   Ә 2016 йылдан алып «Иҙел» еңеүселәре Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан тамашасыһы алдында үҙ һәләттәрен күрһәтеп- ишеттерә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb