«Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы

«Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы

Ағымдағы йылдың  16-17 ноябрендә Өфөлә «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үтәсәк. Әлеге ваҡытта  бәйгелә  ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.

«Иҙел» фестивале «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы» тип иғлан ителгән 2011 йылда ойошторола. Сараның төп маҡсаты – Башҡортостандың һәм Татарстандың профессиональ халыҡ һәм академик вокал сәнғәтен һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Конкурста ҡатнашыуға Рәсәй төбәктәренән һәм башҡа илдәрҙән йырҙарҙы башҡорт һәм татар телдәрендә башҡарыусы урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының ижади бүлектәре студенттары һәм тамамлаусылары, шулай уҡ вокал һәм вокал-музыка ҡоралдары ансамблдәре саҡырыла.

Ҡатнашыусыларҙың йәше йәшәү урынына һәм гражданлығына ҡарамаҫтан 16-35 йәш (7-15 йәштәрҙәге балалар номинацияларында ҡатнашыусыларҙы иҫәпкә алмағанда).

Конкурс киләһе номинацияларҙа уҙғарыла: «Башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй)», йә иһә «Татар халыҡ йыры (оҙон көй)»; башҡорт профессиональ композиторының эстрада йыры (йәки эстрадалағы халыҡ йыры), йә иһә татар профессиональ композиторының эстрада йыры (йәки эстрадалағы халыҡ йыры) һәм башҡорт һәм татар профессиональ композиторының академик йыры.

Ғаризалар 6 ноябргә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ҡабул ителә.

Фестиваль тураһында тулыһынса мәғлүмәт һәм ҡатнашыусы анкетаһы рәсми сайтта күрһәтелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb