Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«Иҙел» тулҡынында – халыҡ моңо
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 11 ноябрь 2016
«Иҙел» тулҡынында – халыҡ моңо
Тиҙҙән Өфөлә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында, 18-19 ноябрь көндәре Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың VI халыҡ-ара «Иҙел» фестиваль-конкурсы үтәсәк. Бәйгелә Рәсәйҙән тыш Ҡытай һәм башҡа төбәктәрҙән дә йырсылар ҡатнашыуы көтөлә.
Фестиваль йылдан-йыл юғарыраҡ кимәлдә уҙа. Тәү сиратта «Иҙел» фестивале ике халыҡтың йыр сәнғәте үҫешенә булышлыҡ итеү, тәжрибә уртаҡлашыу менән бер рәттән, йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә.
Йыр-моңһоҙ йәшәйешебеҙҙе күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел кеүек. Барлыҡ шатлыҡтар, ҡыуаныстар, хәсрәттәр быуындан- быуынға күсеп килгән халыҡ көйҙәрендә сағыла.
Моң – халҡыбыҙҙың рухи торошон бейеклеккә күтәргән, изгелеккә әйҙәгән күренеш. Моң – милләтебеҙҙе тәрбиәләүсе, уйландырыусы, битарафлыҡтан арындырыусы, йәшәүгә ынтылыш биреүсе ҡабатланмаҫ ҡөҙрәт.
Байрам концертында “Иҙел” фестиваленең лауреаттары Зилиә Бәхтиева һәм «Ас-Салям» төркөмө, Нурзиә Сабитова, Лилиана Ғәзизова (Латвия), Айнур Такиуллин, Зарина Вильдановаларҙың сығыш яһауы көтөлә. Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, йөҙгә яҡын ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителгән.
Шулай уҡ фестивалдең ҡунаҡтар исемлегенә күренекле йырсылар: – Ренат Ибраһимов, Зилә Сөнғәтуллина, Венера Ғәниева, Флүрә Килдейәрова, Филюс Ҡаһиров, Айгөл Һағынбаева, Илһам Вәлиев ингән.
Башҡорт һәм татар телендә башҡарыусыларҙың «Иҙел» халыҡ-ара фестиваль-бәйгеһе алты йыл дауамында Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан һәм Татарстан Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы һәм Бөтөн донъя татарҙары конгресы ярҙамында уҙғарыла.
Бишенсе йыл рәттән Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара «Иҙел» фестиваль-конкурсының генераль партнеры - ЯАЙ «Фармленд» аптека селтәрҙәре.
Башҡорт һәм татар халҡының иң билдәле йырсылары, сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренән торған баһалама ағзалары иң-иңдәрҙе билдәләр тигән өмөт бағлайыҡ!
Йыр-моң яратыусы тамашасыларҙы, 19 ноябрь көнө “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың VI халыҡ-ара «Иҙел» фестиваленең Гала-концертында көтөп ҡалабыҙ.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө