Иң күләмле мәҙәни сараларҙың береһе- "Евразия йөрәге" фестивале тамамланды

Иң күләмле мәҙәни сараларҙың береһе- "Евразия йөрәге" фестивале тамамланды

Кисә, 18 июнь көнө республикала был аҙналағы иң күләмле мәҙәни сара "Евразия йөрәге" фестивале тамамланды. Мәртәбәле сараның иң һуңғы көнө  "Өфө-Ҡурайфест" тигән  концерт менән йомғаҡланды.

Сара "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбленең концерты менән башланды. Өфө ҡалаһының йөҙөк ҡашы һаналған ансамбль тамашасылар иғтибарына 2016-2017 йыл миҙгеленең иң күркәм һәм сағыу хореографик ҡуйылыштарын тәҡдим итте. “Илкәйем, “Салауат мираҫы” кеүек бейеүҙәрҙе хәлыҡ һәр ваҡыттағыса дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды, шулай уҡ донъя халыҡтары бейеүҙәре башҡарылды.

"Өфө-Ҡурайфест" проектының төп геройы-ҡурай көйө ағылыу менән тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй тойолдо, донъя сихри моң менән тулды.

200 ҡурайсынан торған ансамбль башҡарыуындағы  башҡорт халыҡ көйҙәре “Урал”, “Һалдат маршы” яңғыраны. Билдәле ҡурайсыларыбыҙ Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Артур Ғайсаров, Илнур Хәйруллин, Илшат Ишморатов, Ишморат Илбәков, Азат Биҡсурин, Илнур Һибәтуллин, Роберт Юлдашев сығыштары был проектҡа тик мәртәбә генә өҫтәне.

Тамашала Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһаны. Шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дә-ләт филармонияһы солистары: Азамат Тимеров, Марсел Ҡотоев, Тимур Рамазанов, Рөстәм Шаһыбалов, Эльмир Әбүбәкиров, Дамир Таипов, Артур Шәрипов, Римма Амангильдина, Артур Ғайсаров(ҡурай), Айрат Ҡарасов(ҡумыҙ), Аяз Нухов(ҡыл-ҡумыҙ) “Азамат”, “Ҡара юрға”, “Элмәлек”, “Башҡорт ҡымыҙы”, “Хан ҡыҙы” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙылар.

Байрам сараһында “Төнъяҡ амурҙары”, “Мираҫ” коллективтары, Азат Биҡсурин етәкселегендәге “Сураман” этно-рок төркөмө сығыштары тамашаға дәрт һәм дарман генә өҫтәне.

 Белеүебеҙсә, “Ятаған” төркөмө – профессионал музыканттарҙан торған квартет. Боронғо менән заман ритмдарын бер моңға көйләп башҡарған был төркөм менән таныш булмағандар һирәктер. Уникаль һәм  акустик инструменттар: йатаган, домбра, бағлама (саз), гитара, ҡыл-ҡубыҙ, морин-хуур, виолончель, ҡурай ярҙамында тыуған моң барлыҡ тамашасыларҙы ла әсир итте.

Мәскәү ҡалаһынан килгән, World Music жанрында ижад итеүсе  «ZAMAN» төркөмө өфөлөләр күңеленә бик хуш килде.

Ә бына һәр сығышынан дәрт, ялҡын ағылған  мультиинструменталист ZAINETDIN – Заһир Зәйнетдинов амфитеатр сәхнәһен дер һелкетте.

Уның проектында боронғо халыҡ моңдарын заманса эшкәртеүҙә ишетергә мөмкин ине. Донъя халыҡтарының музыка инструменттары менән оҫта эш иткән музыкант:ҡурай, варган, ҡубыҙ, думбыра, жалейка, тин вистл, дудук инструменттарында бик тә оҫта уйнай, шулай уҡ өзләй ҙә.

Республикабыҙ данын сит илдәргә танытыусы Роберт Юлдашев етәкселек иткән “Ҡурайсы” төркөмө сығышы «UFA – Kuraifest»  проектын йәнә лә дәртләндерҙе, йәм өҫтәне.

"Евразия йөрәге" фестивален һәм  «UFA – Kuraifest»  проектын Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Екатерина Ямщикова, Полина Кобец һәм Сиявуш Шерматов тамамланы, улар  "Евразия йөрәге" фестиваленең гимнын башҡарҙы.

Иҫегеҙгә төшөрөп уҙам, 15 июнь көнө "Евразия йөрәге" фестивален Йәш симфоник оркестр асты, 16 июндә республика Милли костюм парады һәм “Уйна, гармун!” байрамдары, ә кисен Этнотөн уҙҙы. 17 июнь-Симфоник төн проекты һәм БР Милли симфоник оркестры сығыш яһаны.

"Евразия йөрәге" фестиваленең ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Федераль Мәҙәниәт министрлығы һәм Милләттәр эштәре буйынса агентлыҡ, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, БР Милли симфоник оркестры.

 

Автор: Гүзәл Багаева

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb