Республика баш ҡалаһында быйыл 10 -17 майҙа скрипкала уйнау оҫталары араһында I Халыҡ-ара конкурс үтәсәк. Ул Владимир Спиваков исемен йөрөтә. Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыу өсөн 15-26 йәшлек скрипкасылар саҡырыла.
Абруйлы жюри ағзалары һәм Владимир Спиваков үҙе Мария Дуэньястың уйнауында ебәрелгән яҙманы бик юғары баһаланы, үкенескә ҡаршы уның йәш сикләүе ҡағиҙәләргә тура килмәгән...
Конкурсҡа яңы яҙмалар көтөп ҡалына. Өр-яңы исемдәр 18 апрелгә тиклем билдәле буласаҡ.