Иҫке Яңы йыл яҡынлашып килә. Ул ҡәҙәр тантаналы булмаһа ла, был байрам шулай уҡ күңелдә үҙ урынын алып тора. Ул беренсе эш аҙнаһының аҙағына тура килә. Ҡайҙа барырға тип баш ватаһы юҡ, әлбиттә, - "Нур" театрына! 13 ғинуарҙа сәхнәлә Ғәфүр Ҡәйүмовтың "Һинд ҡыҙы" исемле бик тә күңелле, йыр-моңло, мажаралы комедияһы уйналасаҡ. Хыялый бер ҡыҙ бөтөн ауылды һинд киноһындағыса матур йәшәргә өйрәтә. Мөхәббәт хистәре лә хас һинд киноһындағыса кисерелә. Әйҙәгеҙ, был иҫ киткес хыялый тарихты бергәләп тамаша ҡылайыҡ һәм иҫке Яңы йылда үҙебеҙгә йәнә матур хыялдар, теләктәр теләйек! Ә 14 ғинуарҙа һеҙҙе Аманулланың "Беҙҙең ауыл артистары йәки татарса дель-арте" комедияһы көтә. Байрам спектаклдәренә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Өфө “Нур” татар дәүләт театры