ЙӨҘ ЙЫЛЛЫҠҠА - ЙӨҘ ШӘХЕС

ЙӨҘ ЙЫЛЛЫҠҠА - ЙӨҘ ШӘХЕС

Республиканың төп телеканалы «Башҡортостандың 100 шәхесе» тип аталған күләмле проект өҫтөндә эшләй. Ул Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға йөҙ йыллыҡҡа арнала. Маҡсаты - тарихта яҡты эҙ ҡалдырған, республиканы үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәрҙе билдәләү. Проект 2019 йылға тиклем бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыласаҡ. Билдәләнәсәк йөҙ шәхестең һәр береһе тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тарафынан документаль фильмдар, тапшырыуҙар төшөрөү ҡаралған. Бөгөн проекттың ойоштороу комитеты ағзаларының тәүге ултырышы үтте. Осрашыуҙа положениеға үҙгәреш индерелде. Башта 19- 20 быуатҡа тиклемге тарихи дәүер ҡаралһа, үҙгәрешкә ярашлы комиссия ағзалары йөҙ шәхесте һуңғы йөҙ йылда йәшәгәндәр араһынан билдәләргә булды. Йөҙ исемде бер быуат дәүере менән сикләргә булдыҡ. Яңы Башҡортостан уның өр-яңы тарихы, бына ошо быуатта үҙҙәренең көсөн, үҙҙәренең аҡылын, фәнни эштәрен бик матур итеп ҡулланып, ошо тарихты булдырырға тырышҡан шәхестәр. Төп идея күп милләтле яңы тарихын ошо халыҡтарҙың вәкилдәре тыуҙырған, булдырған. Шуға күрә лә был проектта, был йөҙ исем араһында беҙҙең барлыҡ милләттәребеҙ вәкилдәре исемдәре урын аласаҡ тип ышанабыҙ.

Дүртенсе ноябрҙә старт алған проектҡа телевизор ҡараусыларҙан 10 меңдән ашыу хат ҡабул ителгән. Бөтәһе 400 номинант. Ойоштороусылар әйтеүенсә, анкеталарҙы бигерәк тә Өфө, Мәләүез, Салауат, Сибай ҡалалары, райондар араһынан Бишбүләк, Баҡалы, Мәсетле, сит төбәктәрҙән Нижневартовск, Мәскәү, Магнитогорск ҡалаларында йәшәүселәр ебәргән. Декабрь аҙағына тиклем эксперттар исемлектән ике йөҙ шәхесте билдәләгәс, телеканал сайтында Башҡортостандың йөҙ шәхесенә тауыш биреү башланасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb