«Йатаған» этно-төркөмө халыҡ-ара фестиваль еңеүсеһе булды

«Йатаған» этно-төркөмө халыҡ-ара фестиваль еңеүсеһе булды

 «Йатаған» этно-төркөмө  Красноярск крайында үткән һөнәр һәм этник музыка фестивалендә «Инструменталь ансамбль» номинацияһында сығыш яһаны http://tv-rb.ru/bash/novosti. Ике турҙан торған сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, һайлап алынған 49 ижадсы араһында яҡташтарыбыҙ ҙа һынатманы. Улар стилләштерелгән тарихи башҡорт кейемендә «Саптар» һәм «Юрға» кеүек халыҡ композицияһын башҡарҙы.

Әйткәндәй, «Йатаған» этно-төркөмө һуңғы йылдарҙа Рәсәй кимәлендә генә түгел, төрки халыҡтар араһында ла киң билдәлелек яулай. Этник стилдә ойошторолған бер генә халыҡ-ара конкурс-фестивалдәр уларһыҙ үтмәй тиерлек. Башҡорт милли уйын ҡоралдарын, халыҡ моңон пропогандалаған ижади төркөм ҡатнашлығында күптән түгел ҙур проект та донъя күргәйне.

Башҡортостан артистары менән берлектә Төркиә, Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан илдәренең популяр йырсы, ижади төркөмдәрен бергә йыйған. Үҙенсәлекле проектта шулай уҡ башҡорт эстрадаһының йәш таланттары Зилиә Бәхтиева менән Иҙел Аралбаев та ҡатнашҡан. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb