Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы

Башҡортостанда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған республика конкурсы уҙғарыла. Сара 23-25 июндә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ойошторола. Конкурста үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ансамблдәр ҡатнаша. Бәйге өс йәш категорияһында (12 йәшкә тиклем, 12-16 йәшлектәр, 16 йәштән өлкәндәр) ике турҙа үтә. Һәр ҡатнашыусы конкурс тураһында положениела бирелгән исемлек буйынса 100 башҡорт йырын һәм уларҙың легендаһын белергә тейеш.
Бәйгеселәрҙең башҡарыу оҫталығын танылған ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, фольклорсы-ғалимдар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр, элекке йылдарҙа Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурстың Гран-приһына эйә булыусылар баһалай. Сара барышында конкурс лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр, сәсәндәр һәм быйылғы бәйге еңеүселәре ҡатнашлығында концерт була. Ғаризалар 15 июнгә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге. Тел./факс 8 (347) 289-65-50, 8960-398-02-94.
Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) — ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул сит ил сәхнәләрендә – Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәтте күрһәткән. 1991 йылда (үлгәндән һуң) уға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте, республика Ҡурайсылар союзы. Бәйге ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм атаҡлы ҡурайсының тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уҙғарыла.

Сығанаҡ


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb