Йылайыр автоклубы район халҡын «Атайсалға изге эштәр» концерты менән һөйөндөрә

Йылайыр автоклубы район халҡын «Атайсалға изге эштәр» концерты менән һөйөндөрә

Май байрамдарында Йылайыр ауылының мәҙәни үҫеш үҙәге автоклубы Йылайыр районының Исҡужа ауылында «Атайсалға изге эштәр» концертын ҡуйҙы.

Концерт сағыу сығыштарға бай булды: автоклуб сәхнәһендә артистар популяр йырҙарҙы башҡарҙы, халыҡ өсөн күңел асыу уйындары, конкурстар ойошторҙо. Тамашасылар артистар менән бергә йырлап, дәртле көйҙәргә бейеп күңел асты.

- «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса Йылайыр районына Башҡортостанда беренсе булып күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәк ҡайтарылды. Автоклуб үҙ бурысын теүәл үтәй. Халыҡ уның эше менән ҡәнәғәт һәм һәр саҡ уның яңы программалар менән килеүен түҙемһеҙлек менән көтә, - ти район мәҙәниәт йорто методисы Эльзира Батисова.

Йылайыр автоклубы район халҡын «Атайсалға изге эштәр» концерты менән һөйөндөрә
Йылайыр автоклубы район халҡын «Атайсалға изге эштәр» концерты менән һөйөндөрә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb