Йылайырҙа “Ерле халыҡтар мәҙәниәте” I Бөтә Рәсәй фестивале уҙғарылды

Йылайырҙа “Ерле халыҡтар мәҙәниәте” I Бөтә Рәсәй фестивале уҙғарылды

Үткән аҙна аҙағында Йылайыр мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә “Ерле халыҡтар мәҙәниәте” I Бөтә Рәсәй фестивале уҙғарылды. Сара Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәренә бағышланып, ЮНЕСКО Ассоциацияланған мәктәптәр, ЮНЕСКО кафедралары, ЮНЕСКО клубы дуҫтары һәм башҡа белем биреү учреждениелары ҡатнашлығында үтте.

Фестивалдә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының милли белем биреү, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм мәктәп әсбаптарын сығарыу бүлеге баш белгес-эксперты Гөлназ Йәүҙәт ҡыҙы Усманова, ЮНЕСКО Ассоциацияланған мәктәптәре проектының Башҡортостан төбәк координаторы, баш белгес Людмила Михайловна Богуславская, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының яуаплы секретары Заһир Өлфәт улы Йомағужин, Өфө ҡалаһының В.М.Комаров исемендәге балалар ижад һарайы директорының  уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Светлана Петровна Самойлова, ЮНЕСКО Ассоциацияланған мәктәптәре һәм ЮНЕСКО дуҫтары клубы уҡыусылары, Рәсәй һәм Башҡортостан вуздары студенттары ҡатнашты. 
Башта фестивалдә ҡатнашыусылар Ш.Бабич һәйкәленә сәскә һалып, шағирҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Артабан сара район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә дауам итте. Фестиваль ҡунаҡтары милли аш-һыу, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре менән танышты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb