Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Йырҙың булмай һуңлағаны
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 14 январь 2016
Йырҙың булмай һуңлағаны
улымда — бик үҙенсәлекле китап. “Йырҙың булмай һуңлағаны” тип атала ул. Йыйынтыҡҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә арналған башҡорт, татар, урыҫ телдәрендәге шиғырҙар, поэмалар тупланған.
Бағышлауҙар Сәйфи Ҡудаштың шиғыры менән башлана. Авторҙар араһында кемдәр генә юҡ: Мостай Кәрим, Хәсән Туфан, Рауил Бикбаев, Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов, Александр Филиппов, Илдар Юзеев, Ҡәҙим Аралбаев, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назар, Рәдиф Ғаташ, Факиһа Туғыҙбаева, Абдулхаҡ Игебаев, Роберт Миңнуллин, Мөҙәрис Әғләмов – барлығы йөҙгә яҡын шағир. Бер кешегә күпме шағир мәҙхиә йырлаған! Юҡ, мәҙхиә генә түгел уларҙа, ә бағышлауҙар аша шағирҙың төп асылы, күңеле, хатта киң уҡыусыға билдәле булмаған яҡтары ла асыла. Шуға ла был китап бик үҙенсәлекле һәм ҡәҙерле.
Бына, мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың “Йылайыр хәтирәһе” тигән шиғыры. Унда Назар Нәжмиҙең һатып алынмай, кәштәлә туҙан йыйып ятҡан “Тамсылар“ китабы тураһында һүҙ бара. Шағир был хәлгә бик ғәрләнә һәм бына нисек һүрәтләй:
Оят! – тип бышылдай автор, –
Нисәмә йыл туҙан йыйған!
Ғәрлеге ни тора бит әй!
Популярлыҡ — эт ялғаны!..
Ошо шиғыры менән Ҡ. Аралбаев Назар Нәжмиҙең нескә күңелле, ихлас шағир булыуын, бәләкәй генә етешһеҙлекте лә йөрәге аша үткәреп йәшәүен һүрәтләй. Назар ағай Йылайырҙағы ошо ваҡиғанан һуң Өфөгә ҡайтып еткәнсе тәрән уйҙарҙа була. Ниҙәр уйланы икән шағир...
Шағир булмышы, уның ижади бөйөклөгө, ҡабатланмаҫлығы хаҡында һүҙ әйтеүселәр күп булды. Әле лә яҙалар. Киләсәктә лә булыр, сөнки Назар Нәжми тигән шағирҙың асылын асып бөтөрөрлөк түгел. Ул — үҙе бер донъя. Ә донъяны кем яратмай?!
Китаптың үҙенсәлеге тағы ла шунда: бында дүрт быуын шағирҙары ижады ингән. Сәйфи Ҡудаш, Xәсән Туфандар быуыны, Рауил Бикбаев, Xәсән Назарҙар тулҡыны, уларҙы Зөһрә Ҡотлогилдина, Мөхәммәт Закиров дауам иткән, ә инде иң һөйөнөслөһө — дүртенсе быуын. Улар — мәктәп уҡыусылары.
Китапты туплаған Фәниә Ғәбиҙуллина ҙур эш башҡарған. Йыйынтыҡ — дүртөйлөләр өсөн генә түгел, шиғриәт һөйөүсенең һәр ҡайһыһына бик матур бүләк. Өҫтәүенә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына бик кәрәкле ҡулланма ла. Ҡәләмдәшемдең зирәклегенә, яҡташтары тураһында хәстәрлек күреүенә һоҡланам. Ҡайһы шағирға бар әле шундай бағышлауҙар йыйынтығы?! Мин хәтерләмәйем, шуға күрә Фәниә Ғәбиҙуллинаның был оло хеҙмәтенең лайыҡлы баһаланыуын теләйем.
Дүртөйлөлә Назар Нәжми исемендәге премия бар. “Йырҙың булмай һуңлағаны” китабы ошо бүләккә лайыҡ, тип уйлайым. Назар ағай был йыйынтыҡты күрһә, эй шатланыр ине!
Автор: Зөфәр Вәлит
"Башҡортостан"
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө