Һәүәҫкәр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мѳхәррәм Сәлимов тынғыһыҙ ижадсы, музыкант булыуы менән һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. 80 йәште үтһә лә, ул йәш егеттәр кеүек уттай янып, дәртләнеп йәшәй, ижад кисәләрендә, концерттарҙа, осрашыуҙарҙа сығыш яһай. Яңыраҡ Учалы ҡалаһы һәм районында Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сарала ҡатнашып, Мәүлит Ямалетдинов һүҙҙәренә “Муса батыр” йырын ижад иткәне ѳсѳн Диплом менән бүләкләнде.
- Халҡыбыҙҙың бѳйѳк шәхесе Муса Мортазинға арнап, учалылар ҙур сара үткәрҙе. Тәүҙә ҡала Мәҙәниәт һарайында осрашыу булды. Унда Учалы муниципаль район хакимиәтенән вәкилдәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Ѳфѳнән ғалимдар, күренекле шәхестәр ҡатнашты. Уларҙың тарих һәм бѳгѳнгѳбѳҙ тураһындағы сығыштарын яратып тыңланыҡ, - тине Мѳхәррәм Әхмәтша улы.
Учалылар Мѳхәррәм Сәлимовтың “Муса батыр” йырын да башҡарҙы, халыҡ был сығышты алҡыштарға күмде. “Ҡуңыр буға” ойошмаһы етәксеһе Мәүлит Ямалетдинов композиторҙы сәхнәгә саҡырып, Диплом тапшырһа, урындағы эшҡыуар Ғәли Ғилмийәров үҙенең премияһын - 5 мең һум аҡса бирә. Әйткәндәй, Учалының бил бирмәҫ кѳрәшсеһе булған Ғәли Кәлимулла улын урындағы халыҡ Ғәли батыр тип йѳрѳтә.
Мәҙәниәт һарайындағы осрашыуҙан һуң делегация Кѳсѳк ауылына барып, Муса Мортазиндың музейына сәйәхәт ҡыла.
Эшенә күрә - баһаһы, тиҙәр халыҡта. Мѳхәррәм Сәлимов та башҡорт йырын пропагандалауға ҙур ѳлѳш индереп, үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән халыҡта абруй ҡаҙанып йәшәй.
Сығанаҡ: “Урал” гәзите, Рәмилә Мусина