Йәрмәкәйҙә «Ата-бабалар ере» ижади фестивале уҙҙы

Йәрмәкәйҙә «Ата-бабалар ере» ижади фестивале уҙҙы

Йәрмәкәйҙә «Ата-бабалар ере» Ыҡ төбәге халыҡтарының 24-се төбәк-ара ижади фестивале уҙҙы. Ул күп йылдар дауамында райондың визит карточкаһы булып тора.

Фестиваль күп милләтле Башҡортостан халҡының милли-мәҙәни үҙенсәлектәрен, туғанлыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында 1994 йылда булдырылған. Ул йылдан-йыл ҙур Рәсәйҙең күп милләтле халҡын берләштереп, географияһын киңәйтә бара.

Был проект Башҡортостан Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Быйыл уны тормошҡа ашырыуға Йәрмәкәй районы 500 мең һум күләмендә субсидия алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb