Йәш авторҙарҙы һәм рәссамдарҙы республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Йәш авторҙарҙы һәм рәссамдарҙы республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Ә.-З. Вәлиди исемендәге БР милли китапхана “Хазина”  хәйриә һәм мәҙәни программалар үҙәге” Башҡорт республика йәмәғәт ойошмаһы һәм Дүртөйлө ҡала китапханаһы менән берлектә “Күңел ҡылым сыңлай” исемле Башҡорт республика әҙәби-ижади конкурс иғлан итә. Ул ауыр хәлдә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр араһында ойошторола.

Быйылғы конкурс Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем ғүмер оҙайлығы йылына арнала.

Унда 7 йәштән 17 йәшкәсә балалар йорттары, социаль приют, интернат, коррекция үҙәктәренән балалар һәм үҫмерҙәр, инвалид һәм етем балалар ҡатнаша ала. Әҙәби конкурста башҡорт, рус, татар телдәрендә шиғырҙар, эссе, хикәйәләр, шулай уҡ көйгә һалынған автор әҫәрҙәре (йыр, романс) ҡабул ителә. Ижади йүнәлеш буйынса - живопись, графика, лепка.

Тулыраҡ мәғлүмәт конкурстың положениеһында.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb