Йәш автор Алмас Шаммасов «Өй түбәмдә күгәрсендәр» тип аталған өр-яңы китабы өсөн Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды.
Яңы йыйынтыҡҡа А. Шаммастың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары урын алған. Уларҙа йәш ижадсы һәр ваҡыттағыса романтик рухына, тәнҡитле реализм, гражданлыҡ пафослы шиғриәт принциптарына тоғро ҡала.
«Замандаш трагедияһы» исемле үҙенсәлекле поэмаһында шағир яңы осорҙоң киҫкен проблемаларын күрһәтә, яңы герой образын тыуҙырыуға ынтылыш яһай. Сирек быуатлыҡ арауыҡты һүрәтләгән был әҫәрҙә фәлсәфәүи, сәйәси, әхлаҡи мәсьәләләр күтәрелә.
Поэма уҡыусыһын дуҫлыҡ, мөхәббәт, ғәҙеллек, ҡурҡаҡлыҡ, батырлыҡ һәм башҡа мәңгелек төшөнсәләр хаҡында уйланырға саҡыра.
Йәш шағирҙы мәртәбәле премияға лайыҡ булыуы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ.