Йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов Ҡаҙағстандан еңеү менән ҡайтты

Йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов Ҡаҙағстандан еңеү менән ҡайтты

Билдәле ҡурайсы, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисты Юлай Ҡасимов XXIV Халыҡ-ара «Шабыт» ижади йәштәр конкурсында || урын яулап, лауреат исеменә лайыҡ булды.

Абруйлы конкурс Ҡаҙағстан Республикаһының Нур-Солтан ҡалаһында йыл һайын уҙғарыла. Коронавирус сикләүҙәре менән бәйле, быйыл фестиваль дистанцион форматта үткәрелде. Конкурсанттарҙы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең билдәле музыка эшмәкәрҙәренән торған компетентлы жюри баһаланы.

Беренсе турҙа Юлай ышаныслы рәүештә беренселектә барһа, икенсе турҙа Ҡаҙағстан музыкантынан бер аҙ ҡалышып, икенсе урынға төшә.

«Беренсе турҙа үҙебеҙҙең милли көйҙәрҙе һәм 1 ҡаҙаҡ көйөн башҡарҙыҡ. Мин, традицион башҡарыусы булараҡ, башҡорт музыкаһының бөтә моңон һәм матурлығын күрһәтергә тырыштым, беренсе турҙан һуң максималь балл йыйҙым. Икенсе тур ваҡытында, фестиваль ҡарары буйынса, фортепьяно менән ҙур музыкаль форма уйнаныҡ. Был юлы саҡ ҡына балдар етмәне. Ҡаҙағстандан еңеү яулаған коллегамды ҡотлайым, ә мин артабан үҙ өҫтөмдә эшләйәсәкмен,» — ти Юлай Ҡасимов.

Йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов Ҡаҙағстандан еңеү менән ҡайтты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb