Йәш ҡурайсы ҡыҙ Земфира Рәшитова Ҡырымдан еңеү менән ҡайтты

Йәш ҡурайсы ҡыҙ  Земфира Рәшитова  Ҡырымдан еңеү менән ҡайтты

"Таврида" Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы мөхәррире Земфира Рәшитова башҡорт милли уйын ҡоралында сығыш яһап, 200 мең һум күләмендәге сертификат менән бүләкләнде.

Земфира Рәшитова Ҡырым республикаһында тәүгә ҡурай уйнаны. Өҫтәүенә, Людмила Зыкина исемендәге рус дәүләт академия халыҡ ансамбле солисы булараҡ сығыш яһаны. Ә ул Рәсәйҙең иң абруйлы ижади коллективтарының береһе һанала. Был Земфираның сит тамашасы алдындағы тәүге сығышы түгел. Ул ҡурай менән тотош Европа, Азия илдәрен урап сыҡҡан. "Таврида" Бөтә Рәсәй йәштәр форумында Земфира "Этник-ара матурлыҡ һәм талант" проектын тәҡдим иткән.

Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан фестива лгә дүрт кеше ебәрелә. Улар араһында Әбйәлил егете Әлинур Ялмырҙин да бар. Ул форумда бейеүсе булараҡ сығыш яһаһа ла, конкурста йәштәр араһында ҡурайбатлл ойоштороу идеяһы менән бүлешә. Ижади ҡараш шулай уҡ эҙһеҙ үтмәй. Әлинур 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә була.

Әйткәндәй, быйыл "Таврида" Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумы тәүге тапҡыр "Халыҡ сменаһы" форматында үтте. Йәғни, илдең 75 төбәгенән килгән йәштәр үҙ милләтенә хас өлгөләрҙе тәҡдим итте. Башҡортостан йәштәре форумда ҡатнашҡан 450 кеше араһынан һайлап алына. Ә конкурста тик 20 кеше генә еңеүсе тип табыла. Земфираның сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Шунлыҡтан ул Ҡырымда Рәсәйҙең бер нисә ижади коллективына солист булараҡ саҡырыу ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb