Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәр быйыл да күп. Бәйгенең район этаптарында мәктәпкәсә учреждениеларҙан һәм мәктәптәрҙән 400-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан.
Конкурстың һайлап алыу турында үҫмерҙәр тиҫтәнән ашыу милләттең ижади ҡомартҡыһы менән таныштыра, шул иҫәптән ҡытай, поляк, фин, әрмән әкиәттәре лә күрһәтелә. Еңеүселәр төрлө йәш арауығында билдәләнгән. Уларға Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Әйткәндәй, «Һаумы, һаумы, әкиәт!»конкурсы 2010 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә әкиәт байрамында дүрт меңдән ашыу бала үҙ көсөн һынап ҡарап, һөйләү оҫталығын, тел байлығын арттырған.