«Йәшлек шоу-2020» фестиваленә һайлап алыу турҙары башлана

«Йәшлек шоу-2020» фестиваленә һайлап алыу турҙары башлана

«Йәшлек шоу» - һәләтле йәштәрҙе асыу майҙансығы. Бөгөн меңәрләгән тамашасы һөйөүен яулаған, киң танылған популяр йырсылар ижадта тәүге аҙымдарын тап ошо майҙансыҡтан башланы.

Быйылғы «Йәшлек шоу» үҙ даирәһен киңәйтә һәм тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтә. Һайлап алыу туры республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә ойоштороласаҡ.  Конкурста 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша. Һайлап алыу турын уңышлы үткән ҡатнашыусыларға  гала-концертта сығыш яһау хоҡуғы бирелә.

Фестиваль-марафонға 18 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Art-квадрат майҙанында башҡорт эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт-дискотека старт бирә.

26 сентябрҙән «Йәшлек шоу - 2020» фестиваленең һайлап алыу туры башлана һәм  һәр тур аҙағында open-air концерт ойошторола, кастингтың иң яҡшы ҡатнашыусылары башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бер рәттән сығыш яһаясаҡ.

ёРайон һәм өлкәләрҙә һайлап алыу турын уңышлы  үтеүселәр 17-18 ноябрҙә Өфө ҡалаһында осраша һәм гала-концертҡа сығыу өсөн һынау тота.

20 ноябрҙә Башҡортостан Дәүләт концерт залында «Йәшлек шоу-2020» фестиваленең гала-концерты үтә. Жюри һайлап алыу турын уңышлы үткән йәш таланттар араһынан фестиваль еңеүсеһен билдәләйәсәк. Төп приз –  еңеүсенең йыры Элвин Грей лэйблы ярҙамы менән продюсерлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb