"Йәшлек шоу" фестивале яңы форматта үтәсәк

"Йәшлек шоу" фестивале яңы форматта үтәсәк

“Йәшлек шоу – һәләтле йәштәрҙе асыу майҙансығы! Киң танылған популяр йырсылар ижадта тәүге аҙымын тап ошо майҙансыҡтан башланы. Был турала кисә үткән пресс-конференцияла һөйләнеләр.

Быйылғы “Йәшлек шоу” үҙ даирәһен киңәйтә ҙәм тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә үтә. Һайлап алыу туры республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ойоштороласаҡ. Конкурста 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша. Һайлап алыу турын уңышлы үткән ҡатанашыусыларға гала-концертта сығыш яһау хоҡуғы бирелә.

Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Алибәков “Беҙ йәш йырсыларҙы һайлап алып, артабан да улар менән бергә эшләйәсәкбеҙ. Перезагрузка проектының маҡсаты башҡарыласаҡ төрлө жанрҙағы йырҙарҙың сифатын үҫтереү”, - тип белдерҙе.

Фестивалдең жюри составына билдәле йырсы, продюсер Рөстәм Ғиззәтуллин, МС Баш – Заһит Ҡунафин, Зәйнетдин, Алтынай Вәлитов инә.

"Әгәр ҙә берәй финалист Башҡортостанда ғына түгел, Европаға ла танылыу алһа, фестиваль маҡсатына иреште, тип әйтергә буласаҡ”, - тине Рөстәм Ғиззәтуллин.

Фестиваль-марафонға старт  18 сентябрҙә Өфөнөң Арт-квадрат майҙанында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт-дискотека менән башлана.

26 сентябрҙән фестивалдең һайлап алыу турҙары бушлана. Әйткәндәй, һәр тур аҙағында open-air концерт ойошторола, кастингтың иң яҡшы ҡатнашыусылары башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бергә сығыш яһаясаҡ. Район һәм күрше өлкәләрҙә һайлап алыу турын уңышлы үтеүселәр 17-18 ноябрҙә Өфө ҡалаһында осраша һәм гала-концертҡа сығыу өсөн һынау тотасаҡ.

20 ноябрҙә “Башҡортостан” концерт азлында  “Йәшлек шо – 2020” фестиваленең гала-концерты үтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb