Конгресс-холда “Евразия йөрәге” сәнғәт фестивале сиктәрендә Кино йылына арналған “Башҡортостан Республикаһында киноиндустрияны үҫтереү” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” уҙҙы. Унда “Башҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов, Башҡортостан Кинематографистар союзы идараһы рәйесе Фәрит Ғәбитов, ошо союздың Йәштәр үҙәге етәкселәре Айнур Асҡаров, кинематографистар берлегенең Йәштәр үҙәге директоры Гөлфиә Шәрипова, режиссер Булат Йосопов һәм башҡа белгестәр ҡатнашлығында Башҡорт киноһының бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һөйләшеү булды.