Күптән түгел З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә шағирә Гөлнур Ҡыуатованың «Гөл һағышы – нурлы күңел» тип аталған китабы донъя күрҙе.
Әҙибәнең берсә илатҡан, берсә йыуатҡан мөхәббәт лирикаһы бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырмаҫ. Һәр кем уларҙан үҙенсә йәм, тәм табыр, ауыр мәлдәрҙе үткәреп ебәрерлек көс алыр.
Гөлнур Ҡыуатованың ҡорғаҡһыған күңелдәрҙе йыуатырлыҡ, йәшәү дәрте уятырлыҡ һүҙҙәрҙән туҡылған ижады ташты ярып сыҡҡан сәскә кеүек көслө лә, наҙлы ла, матур ҙа.
Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин.