"Йөрәк һүҙе" шиғриәт байрамына әҙерлек бара

"Йөрәк һүҙе" шиғриәт байрамына әҙерлек бара

Башҡортостан юлдаш телеканалының "Йөрәк һүҙе" бәйгеһе финалына  12 пар сыҡты.

Ялҡынлы һүҙ оҫталарын СМС ярҙамында телевизор ҡараусылар һайланы. Ҡатнашыусылар өсөн бөтәһе 17500 -ҙән ашыу кеше тауыш биргән. Быйыл төп приз - автомобилдән тыш, беренсе һәм икенсе урындар өсөн аҡсалата премия һәм тамашасы һөйөүе номинацияһы ҡаралған.

"Йөрәк һүҙе" проекты авторы Наилә Сәфәрғолова әйтеүенсә, беренсе урынға – автомобиль. Икенсе урынға 200 һум аҡса, өсөнсө урынға – 100 мең һум биреләсәк, ти.

Ҡатнашыусылар араһында республиканың төрлө райондары вәкилдәре. Әле конкурсанттар шиғырға тап булған образды һайлай, музыка, костюмдар өҫтөндә эшләй. Финалистар исемлегендә тамашасыға яҡшы таныш шәхестәр ҙә, әле ижад юлын башлап ҡына торған йәш һүҙ оҫталары ла бар. Бәйгенең финалы 17 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb